“Ғүмер бер генә” исемле китап туйы
06.10.2024
Ошо көндәрҙә Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында Марс Ибраһимовтың “Ғүмер бер генә” исемле китабының исем туйы үтте. Уны ҡотларға, шатлығы менән уртаҡлашырға ҡәләмдәштәре – “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзалары, яҡындары, яҡташтары, ҡасандыр бергә эшләгән коллегалары килде. Был сара бик күңелле, йөкмәткеле үтте. Һәр береһе ҡотлау һүҙҙәрен ихлас күңелдән еткерергә тырышты, бүләктәрен тапшырҙы. Йырҙар йырлап һәм музыка ҡоралдарында: ҡурай-ҡумыҙҙа уйнап кисәне тағын да йәмләп ебәрҙеләр. Автор китапханаға ла үҙенең шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте. Китапхана, сарала ҡатнашыусылар исеменән Марс ағай Ибраһимовҡа яңынан-яңы ижади уңыштар, киләсәктә сәхнәләрҙә шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырауын теләп ҡалабыҙ.