Әҙәби-музыкаль кисә “Шиғырҙарҙа йәшәүсе матурлыҡ”
“Мираҫ” китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Тулҡын” әҙәби берекмәһенең “Шиғырҙарҙа йәшәүсе матурлыҡ” исемле әҙәби-музыкаль кисәһе булып үтте. Күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән уртаҡлашыу теләге йыйҙы уларҙы. Кисәне алып барыусы: “Шиғриәт көнө менән ҡотлайым һеҙҙе әзәби берекмә ағзалары, илһам һеҙҙе ташламаһын, дәртләндереп, йәшәүгә көс биреп торһон, ижади уңыштар һәм дә һаулыҡ теләйем барығыҙға ла! Байрам менән һеҙҙе, Тулҡындар!” тигән ҡотлау һүҙҙәре менән осрашыуҙы башлап ебәрҙе. Ҡәләм тибрәтеүселәр һәр береһе үҙҙәре ижад иткән бик матур шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Улар маһир шағирҙар ғына түгел, ә йыр-моңға ла бик оҫталар: моңло йырсылар ҙа, дәртле итеп музыкаль инструменттарҙа уйнаусылар ҙа. Үҙҙәренең сағыу сығыштары менән кисәгә ҙур йәм өҫтәп ебәрҙеләр. Кисә бик матур үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!