logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан Краеведческая модельная библиотека-филиал № 4 "Мирас – собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"
КРАЕВЕДЧЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА «МИРАС-СОБИРАТЕЛЬ, ХРАНИТЕЛЬ, ПРОВОДНИК КУЛЬТУРНЫХ ТРАДИЦИЙ
Сайт для книголюбов, библиотекарей, а также для всех тех, кто дружит с книгой

Часы работы


ПН-ЧТ: 10:00-19:00
ВС: 09:00-18:00
Выходной: ПТ, СБ

«Он оставил яркий след»: книжная выставка к 90-летию башкирского писателя Анура Вахитова

28.12.2022

Телем минең.
Телем өсөн,иркем өсөн минең
Күп ирҙәрҙең аҡҡан ҡаны бар.
Бүгәсәүгә ҡушылып яуға сапҡан
Салауаттың батыр даны бар!
Кәм –хур булып кантон ишегендә
Сират баҫҡан бабам зары бар…
Телем өсөн,иркем өсөн бөгөн
Шатлыҡтарым һыймай ярына!
Һәр бер һүҙе ниндәй яҡын миңә
Халҡым ижад иткән телемдең.
Уралымдың байлығы бар унда,
Күркәмлеге йәшәй илемдең!
(Ә.Вахитов)

Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, әҙәбәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Әнүр Хисмәт улы Вахитовтың тыуыуына 90 йыл.
Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натискыһы» типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вахитов СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. 1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһай, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итә, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы була.

Китаптары
«Салауат күпере» исемле тәүге хикәйәттәр, нәҫерҙәр китабы. Өфө ҡалаһы, (1963-се йыл);
«Ҡайын суҡтары». Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө ҡалаһы, (1966-се йыл);
«Шәжәрә». Хикәйәттәр. Өфө ҡалаһы, (1969-сы йыл);
«Эпик киңлектәрҙә». Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө ҡалаһы, (1968-се йыл);
«Таланттың асылы». Башҡорт прозаһы үҫешенең ҡайһы бер мәсьәләләре. Өфө ҡалаһы, (1972-се йыл);
«Ижади портреттар». Йылдар тауышы. (Динис Исламов прозаһы), (1970-се йыл);
«Офоҡтар киңәйгәндә». Башҡорт совет прозаһы жанрҙарының үҫеү мәсьәләләре. Өфө ҡалаһы, (1979-сы йыл);
«Зәйнәб Биишева ижады». Өфө ҡалаһы, (1980-се йыл), (И. Валитов менән берлектә);
«Шиғриәт шоңҡары». Ғ. Сәләм ижады һәм тормошо. Өфө ҡалаһы, (1984-се йыл);
«Башкирский советский роман». Москва, издательство «Наука» (1978);
«Жанр и стиль в башкирской прозе». Өфө ҡалаһы, (1982-се йыл);
«Яҡты күңел». Хикәйәттәр, хикәйәләр. Өфө ҡалаһы, (1981-се йыл);
«Сейәлетүбә». Повестәр, хикәйәләр һәм проза йыйынтыҡтары. Өфө ҡалаһы, (1985-се йыл);
«Тамырҙарым». Шиғырҙар. Өфө ҡалаһы, (1992-се йыл);
«Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары». Өфө ҡалаһы, (2007-се йыл).

Вахитов Анур Хисматович родился 20 декабря 1932 года в деревне Тугаево Гафурийского района БАССР.
Вахитов Анур учился в Ковардинской семилетней, а затем в Саитбабинской средней школах Гафурийского района. После окончания школы в 1951 году работал учителем в Тулпаровской семилетней школе своего района, затем корректором в типографии «Октябрьский натиск» в Уфе. В 1953 году поступил на филологический факультет Башкирского государственного университета, после окончания которого был оставлен ассистентом кафедры башкирской литературы. В 1962-1664 годах учился в аспирантуре Института истории, языка и литературы АН СССР. В 1965 году успешно защитил кандидатскую диссертацию на тему «Современный башкирский роман».
Анур Вахитов начал выступать в печати как поэт. Первое его стихотворение было напечатано в 1955 году в газете «Ленинец» («Ленинсы»). С тех пор на страницах республиканских газет и журналов, сборниках произведений молодых поэтов часто появлялись его стихи, рассказы.
Он был первым башкирским литературоведом, с научно-методологической точки зрения изучившим идейно-художественную природу этого важнейшего жанра.
А.Вахитов активно участвовал в общественной жизни. Был членом Союза писателей Башкортостана с 1965 года, долгие годы руководил секцией прозы в писательской организации.
Именем писателя названы улицы в сёлах Красноусольский и Саитбаба Гафурийского района Республики Башкортостан.
На здании Саитбабинской средней школы и в Уфе на доме, где жил Анур Вахитов, установлены мемориальные доски.

YouTube17:11