logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан Краеведческая модельная библиотека-филиал № 4 "Мирас – собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"
КРАЕВЕДЧЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА «МИРАС-СОБИРАТЕЛЬ, ХРАНИТЕЛЬ, ПРОВОДНИК КУЛЬТУРНЫХ ТРАДИЦИЙ
Сайт для книголюбов, библиотекарей, а также для всех тех, кто дружит с книгой

Часы работы


ПН-ЧТ: 10:00-19:00
ВС: 09:00-18:00
Выходной: ПТ, СБ

“Фәрзәнә Аҡбулатоваға – 65 йәш”: китап күргәҙмәһе

02.02.2025
 

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.
Ғәлиәхмәт урта мәктәбенән һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый.
1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта.
1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы.
📚Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрә. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелә.
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.📌Китаптары:
Атай икмәге: Хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993.
Зәңгәр ҡаялар: Фантастик повесть-ҡисса, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997.
Я слушала тишину — Өфө, Китап, 1999.
Уның исеме — Мөхәббәт: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2007.
Иң тәмле китап: Әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2010.
Детский роман «Харис и волшебная змея». — Өфө, Китап
Неоконченная книга: Роман. — Өфө, Китап, 2011.
Загнанные кони: Роман. — Өфө, Китап, 2015.

Яҙыусы Фәрзәнә Фәтих ҡыҙын матур ғүмер байрамы айҡанлы уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бөтмәҫ ижади илһам, иҫ киткес идеялар, яҡшы һаулыҡ, тормошта тоғро уңыш һәм шәхси бәхет теләйбеҙ! 💐