logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан Краеведческая модельная библиотека-филиал № 4 "Мирас – собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"
КРАЕВЕДЧЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА «МИРАС-СОБИРАТЕЛЬ, ХРАНИТЕЛЬ, ПРОВОДНИК КУЛЬТУРНЫХ ТРАДИЦИЙ
Сайт для книголюбов, библиотекарей, а также для всех тех, кто дружит с книгой

Часы работы


ПН-ЧТ: 10:00-19:00
ВС: 09:00-18:00
Выходной: ПТ, СБ

«Туған телем — башҡорт теле» бәйгеһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы

05.04.2026

✨💫“Мираҫ” Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында «Туған телем — башҡорт теле» бәйгеһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
✨💫Конкурсты ойоштороусы Салауат ҡалаһының “Ата-әсәләр комитеты” ойошмаһы. Етәксеһе — Фәнүр Байрамғолов, кисәне алып барыусы – Әлфиә Әбүбәкерова.
Был тантанала “Ағинәйҙәр” ойошмаһы һәм “Тулҡын” ижади-әҙәби берекмәһе ағзалары ла ҡатнашты: Иҙел Хәлимов башҡорт халыҡ оҙон көйө “Урал” менән сараны асып ебәрҙе. Ә “Ағинәйҙәр” дәртле “Гөлдәр иле” йырын йырлап ишеттерҙеләр, Гөлназ Ҡорманова лирик бейеү менән сығыш яһаны.
✨💫Сара аҙағында Иҙел Хәлимов ҡурайҙа, ә Ислам Мәүлекасов өҙҙөрөп баянда уйнап, килгән ҡунаҡтарҙы бейеттеләр. Ҡыҫҡаһы, сара бик юғары кимәлдә үтте.