logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан Краеведческая модельная библиотека-филиал № 4 "Мирас – собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"
КРАЕВЕДЧЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА «МИРАС-СОБИРАТЕЛЬ, ХРАНИТЕЛЬ, ПРОВОДНИК КУЛЬТУРНЫХ ТРАДИЦИЙ
Сайт для книголюбов, библиотекарей, а также для всех тех, кто дружит с книгой

Часы работы


ПН-ЧТ: 10:00-19:00
ВС: 09:00-18:00
Выходной: ПТ, СБ

Бөтә Донъя Шиғриәт көнө

29.03.2026

✨Яҙ килдеме, күңелгә моң тула, йыр тула. Һәр шағир донъяны хозурлыҡҡа күмгән, күңелдәрҙе елкендергән яҙға әллә күпме шиғыр бағышлаған. Шиғриәт көнөн дә беҙ яҙ миҙгелендә билдәләйбеҙ бит.
✨ “Мираҫ” китапханаһында Бөтә Донъя Шиғриәт көнөнә арналған “Тулҡын” әҙәби-ижад берекмәһенең “Шиғырҙарҙа йәшәүсе матурлыҡ” исемле әҙәби-музыкаль кисәһе булып үтте. Күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән уртаҡлашыу теләге йыйҙы уларҙы.
✨Ҡәләм тибрәтеүселәр һәр береһе үҙҙәре ижад иткән бик матур шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Улар маһир шағирҙар ғына түгел, ә йыр-моңға ла бик оҫталар: моңло йырсылар ҙа, дәртле итеп музыкаль инструменттарҙа уйнаусылар ҙа. Үҙҙәренең сағыу сығыштары менән кисәгә ҙур йәм өҫтәп ебәрҙеләр. Кисә бик матур үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!💫