logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан Краеведческая модельная библиотека-филиал № 4 "Мирас – собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"
КРАЕВЕДЧЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА «МИРАС-СОБИРАТЕЛЬ, ХРАНИТЕЛЬ, ПРОВОДНИК КУЛЬТУРНЫХ ТРАДИЦИЙ
Сайт для книголюбов, библиотекарей, а также для всех тех, кто дружит с книгой

Часы работы


ПН-ЧТ: 10:00-19:00
ВС: 09:00-18:00
Выходной: ПТ, СБ

«Яҙыусыларҙың ижади осрашыу кисәһе»✨ «Творческая встреча писателей»

08.02.2026

💫⚡️Бөгөнгө көн «Тулҡын» әҙәби ижад берекмәһе ҡәләмдәштәрен Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында талғын ғына уйнап торған көйҙәр яңғырап ҡаршыланы. Әҙәбиәт һөйөүселәр «Мираҫ» китапханаһында «Тулҡын» исемле әҙәби ижад төркөмө ойошоуға ике йыл булыуын билдәләргә йыйылдылар.
      Китапхана мөдире Гөлназ Рузабик ҡыҙы Ҡорманова сараны башлап, үткән йылдарҙа китапханала «Тулҡын», «Ағинәйҙәр», «Оҫта ҡулдар» түңәрәктәренең бергәләп ҡатнашып, аралашып төшкән  фотоларын күрһәтеп, башҡарған эштәре тураһында һөйләп үтте, киләсәк тә лә ҙур уңыштар теләне.
     «Тулҡын» әҙәби ижад берекмәһе етәксеһе Иҙел Хәлимов ҡәләмдәштәрен билдәләнгән дата  менән ҡотланы, яҙылған һәм яҙылаһы шиғырҙарға ҙур иғтибарын йүнәлтте, мөһим эштәр тураһында әйтеп үтте.
     Салауат ҡалаһы ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимиров, Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында үткән сараларҙа йыш булып тора, бөгөнгө көн уның был сарала ҡатнашыуы бик тә мәртәбәле булды.
     Быйылғы йылда ҡала кимәлендә булаһы ҙур сараларға «Тулҡын» әҙәби ижад берекмәһе ағзаларын ҡатнашырға саҡырҙы һәм үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе. Туған телебеҙ, айыҡ ҡала һәм татыу ғаилә, милли байрамдар тураһында һөйләп, әһәмиәтле йүнәлеш бирҙе.
    Әҙәби ижад берекмәһе ҡәләмдәше Флүрә Шәрәфетдинова был матур сараға ейәне менән бергә килгән. Ейәне Данияр Харисов 25 се һанлы башҡорт гимназияһының 3 класс уҡыусыһы. Өләсәһен һәм уның ҡәләмдәштәрен  ҡотлап, Данияр башҡорт телендә шиғыр ҙа һөйләне. Аралашыу, әңгәмәләшеү, байрам сәйе менән дауам итте.
💫⚡️Сегодня в Краеведческой библиотеке собрались члены литературного объединения «Тулкын», чтобы отметить двухлетие со дня его основания. Их встретили нежные мелодии, звучавшие в стенах библиотеки.
Мероприятие открыла заведующая библиотекой Гульназ Рузабиковна Курманова. Она показала фотографии прошлых лет, на которых запечатлены совместные встречи и мероприятия кружков «Тулкын», «Агинайзар» и «Оста кулдар», рассказала о проделанной работе и пожелала дальнейших успехов.
Руководитель литературного объединения «Тулкын» Идель Халимов поздравил своих коллег с этой знаменательной датой, акцентировал внимание на уже написанных и будущих стихах, а также затронул важные вопросы.
Председатель Курултая города Салавата Азат Юлтимиров, частый гость мероприятий в Краеведческой библиотеке, своим присутствием придал этому событию особую значимость. Он пригласил членов «Тулкына» принять участие в предстоящих городских мероприятиях и поделился своими предложениями. Азат Юлтимиров подчеркнул важность родного языка, трезвого образа жизни, крепких семей и национальных праздников, задав значимые ориентиры.
Флюра Шарафутдинова, член литературного объединения, пришла на мероприятие со своим внуком Данияром Харисовым, учеником 3 класса башкирской гимназии №25. Данияр поздравил свою бабушку и её коллег, прочитав стихотворение на башкирском языке.
Встреча продолжилась общением, беседами и праздничным чаепитием.