«Башҡорт теле көнө»: музыкаль – әҙәби сәғәт. «День башкирского языка»: музыкально-литературный час

Oplus_131072

💫»Башҡорт теле көнө»: музыкаль – әҙәби сәғәт.
⚡Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарары менән, 14-се декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Был иҫтәлекле дата күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле. Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында ошо көнгә арнап, медицина колледж студенттары өсөн Пушкин картаһы программаһы буйынса сара үткәрҙе. Алып барыусы Гөлназ Ҡорманова байрамдың килеп сығышы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. «Тулҡын» әҙәби ижад берекмәһе ағзалары үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләп, йырҙар йырлап һәм милли халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле менән сығыш яһанылар. Тағы ла «Ағинәйҙәр» ойошмаһы «Башҡорт теле» йырын ҡунаҡтарға йырлап ишеттерҙе. Саҡырылған ҡунаҡтар башҡорт халҡы мәҡәлдәре, әйтемдәре буйынса төҙөлгән һорауламаға бик ихлас яуап ҡайтарҙылар.
💫«День башкирского языка»: музыкально-литературный час.
⚡По указу Главы Республики Башкортостан 14 декабря отмечается День башкирского языка. Этот день направлен на сохранение башкирского языка и культурных ценностей башкирского народа. Эта памятная дата связана с днем рождения выдающегося башкирского просветителя Мифтахетдина Акмуллы. В Краеведческой библиотеке в честь этого дня было проведено мероприятие для студентов медицинского колледжа по программе «Пушкинская карта». Ведущая Гульназ Курманова кратко рассказала об истории праздника. Члены литературного объединения «Тулкын» прочитали собственные стихи, исполнили песни и выступили вместе с ансамблем национальных народных музыкальных инструментов. Также общественная организация «Агиней» исполнила для гостей песню «Башкирский язык». Приглашённые гости с большой искренностью отвечали на вопросы анкеты, составленной на основе башкирских пословиц и поговорок.