📕Ислам Мавликасовтың китап туйы 📕Презентация книги Ислама Мавликасова

⚡Ислам Мәүликәсов “Беҙ, сәңкем-ҡыпсаҡ…” китап туйы
✨📕Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында Ислам Мәүлекәсовтың «Беҙ, сәңкем-ҡыпсаҡ…» исемле тарихи-белешмәләр” китабының исем туйы үтте. Сараға яҙыусының Стәрлетамаҡтан, Үрге Юлдаштан ҡәләмдәштәре, коллегалары, яҡындары һәм ижадташ дуҫтары, Салауаттан “Аҡбуҙат”, “Ата-әсәләр комитеты” йәмәғәт ойошмаларының ағзалары ла йыйылды.
Исем туйында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, яҙыусы тарихи ваҡиғаларға, туған телебеҙгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, көнкүрешкә бәйле темалар күтәрҙе. Осрашыуҙың үҙенә күрә бер йәнле һөйләшеү, аралашыу рәүешендә үтеүе уны ҡыҙыҡлы ла итте.
✨📕Байрамды йәмләп, “Тулҡын” берекмә ағзалары ойошторған музыкаль ансамбль милли музыка ҡоралдарында башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмәһен килгән ҡунаҡтарға уйнанылар. Китаптың исем туйы бик йылы һәм матур үтте: авторға ҡарата яңғыраған изге теләктәр менән бер рәттән матур-матур шиғырҙар, моңло йырҙар яңғыраны.
✨📕Сара һуңында яҙыусыға ла теләктәр күп булды: артабан да ижад ҡомары һүнмәүен, яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөүҙәрен дә белгерттеләр. Ислам ағай Мәүлекәсовҡа ғаилә именлеге,бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, ижади уңыштар, беҙҙе – уҡыусыларын үҙенең матур, тарихҡа бай, эстәлекле, йөкмәткеле баҫмалары менән артабан да шатландырып тороуын теләйбеҙ!
✨📕Йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барған ижади осрашыуҙан һәр кем күңеленә ял, хис-моңға күмелеп, дәрт алып таралышты.
⚡Презентация книги Ислама Мавликасова “Беҙ, сәңкем-ҡыпсаҡ…”
✨📕В Краеведческой библиотеке состоялась презентация книги Ислама Мавликасова “Беҙ, сәңкем-ҡыпсаҡ…”. На мероприятие собрались коллеги, близкие и друзья писателя из Стерлитамака, Верхнеюлдашево, а также члены общественных организаций “Акбузат” и “Комитет родителей” из Салавата.
✨📕На презентации обсуждалась не только сама книга, но и темы, связанные с историческими событиями, родным языком, литературой, культурой и бытом. Живое общение и непринужденная атмосфера сделали встречу особенно интересной.
✨📕Украшением праздника стало выступление музыкального ансамбля “Тулкын”, который исполнил для гостей подборку башкирских народных мелодий на национальных инструментах. Презентация книги прошла в теплой и душевной атмосфере: звучали добрые пожелания автору, красивые стихи и проникновенные песни.
✨📕В завершение мероприятия писателю пожелали неиссякаемого вдохновения и новых произведений. Исламу агаю Мавликасову желаем семейного благополучия, счастливой жизни, здоровья, творческих успехов и чтобы он и дальше радовал нас, своих читателей, своими прекрасными, богатыми историей, содержательными изданиями!
✨📕Каждый ушел с этого творческого вечера, наполненного песнями и танцами, с ощущением покоя, душевной гармонии и прилива сил.