«Тыуған ҡалама һөйөү»: Тулҡын» әҙәби берекмәһе ултырышы
16.09.2024

Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында, күңелендә шиғриәт осҡоно йөрөтөүселәр — “Тулҡын” әҙәби берекмәһе йыйылды. Күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән уртаҡлашыу теләге йыйҙы уларҙы. Фәниә Сатучина-Һөйәрембәтова, Нәжибә Фәйзуллина, Ғәзимә Мөхәмәтшина, Мәйсәрә Хайрова үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙеләр. Шиғри йәнле ҡалалаштарыбыҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк була барыр ине.