“Милли кейем байрамы”
16.09.2024
Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы милли кейем көнөнә арналған байрам кисәһен уҙғарҙы. Сара ҡалабыҙҙың ял итеү паркында “Ағинәйҙәр”, “Мираҫ” фольклор клубы, “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзалары менән берлектә үтте.
Сара милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп торҙо: музыка ҡоралдары моңо аҫтында күңелле йырҙар йырланды, дәртле бейеүҙәр бейелде, үҙҙәре ижад иткән нәфис һүҙҙәр әйтеп үтелде. Ғөмүмән, бик матур байрам булды.