“Үҫәргәндәр ораны” китабының презентацияһы. Презентация книги “Зов Усерган”

Сараны алып барыусы Иҙел Хәлимовтың Салауат ҡалаһына арнап яҙған “Дан һиңә, Салауатым!” йыры менән асып ебәрҙе. Автор килгән ҡунаҡтарға китапҡа ингән үҙенең ижад емешен уҡып, моңло итеп ҡурайҙа уйнап, гүзәл йырҙарын йырлап, халыҡты таң ҡалдырҙы.
Күп йылдар бергә эшләгән коллегаһы, Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы Иҙел Хәлимовтың ихлас, саф күңелле кеше булыуы хаҡында һөйләне һәм уның ижад иткән “Ҡартайырға әле иртәрәк” йырын ҡунаҡтарға йырлап ишеттерҙе. Ҡәләмдәштәре, “Тулҡын” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары: Нәжибә Фәйзуллина, Марс Ибраһимов авторҙы тәбрикләп – бүләктәрен тапшырып, ижади уңыштар теләнеләр. Моңло йырсы Гөлнур Аҡсулпанова, авторҙың йырҙарын дуэт менән башҡарҙы. Бер туған ағаһы, полковник, Урал Хәмит улы авторҙың бала һәм үҫмер саҡтарын йылылыҡ менән иҫкә алып, иң беренсе яҙған шиғырын да һөйләп үтте.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләп Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Шәрип улы Юлтимеров Иҙел Хәмит улын ҡотлап, йылы һүҙҙәрен әйтеп РӘХМӘТ ХАТЫ тапшырҙы.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары: Ринат Ибәтуллин авторҙың шиғырҙарын сағыу итеп һөйләп ишеттерһә, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин Иҙел Хәмит улының һүҙҙәренә яҙған “Тыуған ауылыма” йырын йырлап үтте.
Ҡәләмдәше Ислам Мәүликәсов та һүҙ алып, авторҙың һәр шиғыры тәрән мәғәнәле, фәһемле булыуы тураһында әйтте.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов авторҙы ҡотлап, бүләкләп, уға ижади уңыштар теләп, киләсәктә бергә киң күләмле эштәр планлаштырыуын һәм хеҙмәттәшлек итәсәктәре тураһында ла әйтеп үтте.
Байрамды йәмләп, “Тулҡын” берекмә ағзалары ойошторған музыкаль ансамбль, милли музыка ҡоралдарында башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмәһен уйнанылар. Китап туйы бик йылы һәм матур үтте: авторға ҡарата яңғыраған изге теләктәр менән бер рәттән матур-матур шиғырҙар, моңло йырҙар яңғыраны. Иҙел Хәлимовҡа сәләмәтлек, ғаилә именлеге,бәхетле тормош, ижади уңыштар, беҙҙе – уҡыусыларын үҙенең матур, бай, эстәлекле, тәрән мәғәнәле шиғырҙары менән артабан да шатландырып тороуын теләйбеҙ!
📖Презентация книги “Зов Усерган” 📖
В Краеведческой библиотеке произошло знаменательное событие. Состоялась презентация книги Иделя Халимова “Зов Усерган”.
На мероприятии присутствовали члены литературного творческого объединения “Тулҡын”, его родные, друзья, коллеги, студенты педагогического колледжа и читатели библиотеки. Ведущая познакомила участников с Иделя Халимова с основными этапами его творческой жизни. Присутствующие прочитали стихи и спели песни автора.
Творческий вечер стал настоящим поэтическим праздником. Поздравления и много добрых слов в свой адрес услышал Идель Халимов от коллег-писателей, близких и родных. Завершилось мероприятие общей фотографией и множеством пожеланий поэту – здоровья, гармонии в душе и в сердце, вдохновения и творческих удач – чтобы рождались новые стихи и проходили новые встречи.